Новости
18 Февраль 2020, 07:07

Рауил Бикбаевтың шиғырын ятлап, видео төшөр!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадына бағышланған видео-конкурс башланды. Ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы.

Конкурста Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар шағирҙың шиғырын ятлап видеоға төшөргә тейеш.

Еңеүселәрҙе 7-9, 10-13, 14-17 йәшлектәр араһында айырым билдәләйәсәктәр.

Эштәр 10 февралдән 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ә инде 20 апрелдә шағирҙың тыуған яғында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы көтөлә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас