Был ризыҡты әҙерләү өсөн ике баклажан, 200 грамм эремсек, бер стакан ҡаймаҡ, өс тырнаҡ һарымһаҡ, 60 грамм грек сәтләүеге, тоҙ, борос, көнбағыш майы, кинйә тәмләткесе кәрәк.
Тәүҙә баклажандарҙы түңәрәкләп киҫеп, табала көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Айырым һауытта эремсеккә иҙелгән һарымһаҡ, ваҡланған кинйә тәмләткесен, ҡаймаҡ, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. Сәтләүекте ваҡлайбыҙ.
Шунан ҡатлап һала башлайбыҙ: баклажан, эремсек, баклажан, эремсек. Өҫтөнә сәтләүек һибәбеҙ. Ризыҡ әҙер.