Мунсала ут сығыуы тураһында ишеткәс, янғын һүндереүселәр тиҙ генә шул урынға ашыҡҡан. Тик улар килеп еткәнсе үк күршеләр мунсала 67 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табып сығарған. “Ҡыҙыл әтәс” 4х5 метрлыҡ мунсаны ялмап алған булған. Янғын һүндерелгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай шул. Ул хатта кеше ғүмерҙәрен ҡыя. Һаҡ булайыҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.