Новости
18 Февраль 2020, 07:43

Етмешкә етеп килгәндә...

Өфөлә 68 йәшлек адвокат хөкөмгә тарттырылды. Ул мутлашырға маташҡаны өсөн өс йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк.

Башҡортостандың Юғары суды Киров районы судының юристы шартлы язаға тарттырыу тураһындағы ҡарарын кире ҡаҡты. Прокуратура йомшаҡ хөкөм ҡарары менән риза булмауын белдерҙе.
Республика прокуратураһынан белдереүҙәренсә, 2018 йылдың ноябрендә енәйәт эше фигуранты булған ҡатын адвокатҡа мөрәжәғәт итә. Юрист уға шартлы яза биреү тураһында килешергә вәғәҙә итеп, ике миллион һум аҡса һорай. Ҡатынды был ышандырмай, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Аҡса тапшырғанда адвокатты Федераль именлек хеҙмәте оперативниктары ҡулға ала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас