Балалар онкология ауырыуҙары менән көрәш символы – алтын таҫма. Ул йәш быуындың беҙгә ни тиклем ҡиммәтле булыуын күрһәтә. Берәүҙәр бөгөн яман шеш менән батырҙарса көрәшә, икенселәр сирҙе еңә алыуҙарынан ҡәнәғәтлек кисерә.
Эргәбеҙҙә бала юғалтыу ҡайғыһын кисергән йәки ғүмерен ауырыу менән көрәшеп үткәргән ғаиләләрҙең булыуын иҫтә тотайыҡ. Яҙмыштарын ошо кескәй пациенттарҙы дауалауға бағышлаған табиптар, ирекмәндәр, белгестәр барлығын да онотмайыҡ. Уларҙың барыһына ла бөгөн ҙур ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Һис бер сәбәпһеҙ ябығыу, ҡан китеү, тиҙ талсығыу, һөйәктәрҙә һәм арҡала ауыртыныу, баш ауыртыуы, ике аҙна буйына температураның төшмәүе – был билдәләр ата-әсәне һағайтырға тейеш. Организмда ниндәй генә үҙгәреш барлыҡҡа килһә лә, табип менән кәңәшләшергә ашығығыҙ.
Бынан егерме йыл элек яман шеш хөкөм ҡарары кеүек яңғыраһа, хәҙер хәл һиҙелерлек үҙгәрҙе. Ауырыуҙарҙың 72 проценты һауыға. Шуныһы бик мөһим - ни тиклем иртәрәк дауалауҙы башлаһаң, шул тиклем сирҙе еңеүгә ышаныс ҙурыраҡ.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.