Башҡортостандың балалар омбудсмены Милана Скоробогатова әйтеүенсә, республика мәктәптәренең береһендә уҡыусы ҡыҙыҡай РФ Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецованың махсус телефон һандарын йыйып, ғаиләлә нимәләр булыуын йәшермәй һөйләгән.
Килеп сыҡҡан киҫкен хәлде бөтөрөү өсөн был ғаиләнең бөтә мөмкинлеге бар. Бала менән психолог та эшләргә тейеш. Уҡытыусылар ҙа ярҙам итергә әҙер. Мин был хәлде күҙәтеүҙә тотасаҡмын, - тигән омбудсмен.
Әйткәндәй, балалар уға теләһә ҡайһы һорау буйынса ла шылтырата ала.