Новости
18 Февраль 2020, 07:34

Армияға барһаң, каникул бирмәкселәр

Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе, яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина хәрби хеҙмәт осоронда һалдаттарға ипотека һәм кредит буйынса каникул биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Уның әйтеүенсә, әгәр йәш кеше юғары уҡыу йортонан һуң ипотека алып өлгөрһә һәм армияға саҡырылһа, уға һәм яңыраҡ ҡына ҡоролған ғаиләгә был хәлдең етди проблемаға әйләнеүе ихтимал.
"Уларға ипотекаға ғына түгел, шулай уҡ йылдан ашыу түләнергә тейешле барлыҡ ҡулланыу кредиттарына каникул иғлан итеү дөрөҫ булыр ине. Оҙайлылығы – армияла хеҙмәт иткән ваҡыт", – тине Эльвира Нәбиуллина.
Әйткәндәй, 2019 йылдың 1 июленән ауыр тормош хәленә тарығандар – эшһеҙлек, сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәрҙең сикләнеүе, сирләү, ғаилә килеменең кәмеүе һәм башҡа ошондай сәбәптәр ваҡытында илебеҙҙә йәшәгәндәр ярты йыл ипотеканы түләмәҫкә йәки уның күләмен кәмерәк итеп ҡаплау хоҡуғына эйә. Ошо закон ғәмәлгә ингәндән алып, Рәсәйҙә 15 мең кеше ипотека каникулын һорап мөрәжәғәт иткән.
Фото: rbk.ru
Читайте нас