– Мин бер тапҡыр әйткәйнем. Сит илгә сығаһығыҙ икән, миңә тулы отчет кәрәк. Ни өсөн йыйынаһығыҙ? Унда барыуығыҙҙан ниндәй файҙа буласаҡ? Мин аныҡ белергә тейеш: һеҙ унан ниндәй инвестициялар йәки килешеүҙәр алып ҡайтаһығыҙ. Төрлө конференциялар өсөн бюджет аҡсаһын әрәм итеп йөрөүҙе тыям. Әгәр мин һәр саҡырған ергә барһам, һеҙ мине бер нисә йыл күрмәҫ инегеҙ. Ныҡ кәрәкле һәм файҙаһы булырҙайына ғына барырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.