Был хаҡта тәүгеләрҙән булып “Өфө1” порталы хәбәр иткән, хатта ошо егетттең һәм уның яҡындарын тапҡанын да яҙып сыҡты. Йәмғиәттә шау-шыу ҡупҡас, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был хәлде кисекмәҫтән асыҡларға һәм ғәйеплеләр табылһа, сараһын күрергә вәғәҙә иттеләр. Шул уҡ ваҡытта 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының хеҙмәткәрҙәре бындай ваҡиға булыуын инҡар иткән.
Шулай итеп, серле Илья тигән уҙаман булғанмы, юҡмы? Әллә коронавирус темаһын махсус ҡуйырталармы? Был мәсьәлә федераль кимәлгә лә барып етте: телевидениела Беренсе каналда ошо ваҡиғаны тура эфирҙа тикшергәндәр. Оҙаҡ барған бәхәстәрҙән һуң студияла Ильяның ысынбарлыҡта булыуына шик белдергәндәр. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы ла тура эфирға сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта егеткә һәм уның яҡындарына ла тура бәйләнешкә сығырға тәҡдим иткәндәр.
“Өфө 1” порталы хәбәр итеүенсә, Илья эфир бөткәс шылтыратҡан, әммә уға “мәсьәләне асыҡланыҡ инде” тип яуап биргәндәр һәм трубканы ташлағандар. Әлеге ваҡытта матбуғат порталына бер генә рәсми орган да дәғүә белдермәгән.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был хәлдә дөрөҫлөк ҡайһы яҡта икән?