Янғын урынына ете ҡотҡарыусы һәм өс махсус машина һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Янғын һүндереүселәр күрһәтелгән адрес буйынса йәшәү өсөн яраҡлаштырылған бер ҡатлы ағас бина яныуын асыҡлай. Янғын һүндереү барышында 62 һәм 54 йәшлек ике ирҙең үле кәүҙәһе табыла.