Новости
17 Февраля 2020, 09:35

Йәнәһе, автомобилен урлағандар...

Белорет район-ара суды тарафынан 34 йәшлек урындағы кешегә ҡарата, ялған донос еткергәне өсөн, хөкөм сығарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәл былай була. Былтыр ноябрҙә ул полиция бүлексәһенә килеп, автомобилен урлауҙары тураһында ғариза яҙа. Мөрәжәғәт буйынса үткәрелгән тикшереү шуны асыҡлай: ул көн был ирҙең ғәйебе менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә һәм ул, ваҡиға урынынан ҡасып, булмаған енәйәт тураһында полицияға ялған донос еткерә.
“Ғәйепләнеүсенең ҡылығы суд тарафынан Рәсәй Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса (енәйәт тураһында ялған донос еткереү) квалификацияланды. Быға тиклем дә хөкөм ителгән граждан йәнә бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде”, - тип хәбәр итә Белорет район-ара суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтшина.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас