Новости
17 Февраль 2020, 09:27

Василий барыһын да таң ҡалдырҙы

Башҡортостан питомнигынан алынған Василий ҡушаматлы айыу төшөрөлгән видеояҙма интернет селтәрендә шау-шыу тыуҙырҙы.

Унан күреүебеҙсә, һоро айыу үҙенең хужаһын конькиҙа йөрөтә. Асыҡланыуынса, Василий республикабыҙҙан Ярославль өлкәһенә барып сыҡҡан. Уға ике йәш, изге күңелле хайуан, кешеләрҙе ярата икән. Күңеленә ятҡан шөғөлө - уйнау, йүгереү, бейеү. Өҫтәүенә ул - вегетариан. Ит урынына айыу кишер, картуф һәм эремсек ашарға ярата, һөт эсә. Василийҙың хужабикәһе Вия һәм уның ире "Бүре йорто" исеме аҫтындағы проектты тормошҡа ашыра. Ир менән ҡатын иректә булмаған йәнлектәрҙе тәрбиәләү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. "Был видеояҙма былтыр октябрҙә төшөрөлгәйне. Тап шул ваҡытта һыуытҡайны, баҡсалағылар үҙҙәренә ҡайтып бөткәйне. Беҙ Васяны быуаға күңел асырға алып сыҡҡайныҡ. Ул боҙ буйлап йүгерергә ярата. Ә конькиҙа ирем шыуа", - тип һөйләгән 76.ru порталына Вия. Фото: "Башинформ".
Читайте нас