Был турала район прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса, төрмәлә ултырған ир танышы менән бәйләнешкә инеп, суд сығарған хөкөм ҡарарын үҙгәртергә ярҙам ит, тип үтенә. Ул ҙур күләмдә наркотиктар һатыу һәм етештереү менән шөғөлләнгәне өсөн иркенән мәхрүм ителгән булған. Хөкөм ителгән ирҙең танышы үҙ сиратында Өфө ҡалаһының хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау бүлеге начальнигына мөрәжәғәт итә һәм дуҫын төрмәнән сығарыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн бер миллион һум аҡса вәғәҙәләй. Тик хоҡуҡ һаҡсыһы быға ризалыҡ бирмәй, ә ирҙе аҡса тапшырған ваҡытта Федераль именлек хеҙмәте оперативниктары ҡулға ала. Дүртөйлө кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Суд ҡарарына ярашлы, ул 1,8 миллион һум штраф түләйәсәк.