Новости
16 Февраль 2020, 19:25

“Төнгө сәғәт өс тип тормайбыҙ – эҙләйбеҙ”

Ошо көндәрҙә Өфөлә 10, 11 йәшлек ике малай юғалды. Уларҙы эҙләүгә полиция һәм ирекмәндәр бик йәһәт тотондо һәм, бәхеткә күрә, ҡасҡалаҡтарҙы иҫән-имен көйө тапты.

Тик шуныһы ғәжәп, төн уртаһында урам ҡыҙҙырған балаларҙы берәү ҙә туҡтатмаған да, полицияға ла хәбәр итмәгән. ”Лиза Алерт” хәрәкәте координаторы Олеся Пышкина Роман менән Русланды эҙләү барышында ниндәй хәлдәргә тарығандарын һөйләне һәм ололарға кәңәш тә бирҙе.
“Төнгө сәғәт өс. Полиция балаларҙы эҙләүҙә ярҙам һорай. Етәксебеҙ Ксенияға шылтыратам. Махсус белемле инфоргтың күрһәтмәһен көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта эҙәрмәндәр, йоҡоларын ҡалдырып, эҙләүгә сығырға йыйына; машиналар йылытыла, ҡорамалдар әҙерләнә, термосҡа сәй һәм кофе тултырыла. Төркөмдәргә бүленәбеҙ, бурыстарҙы билдәләйбеҙ, полиция менән бергә эшләйбеҙ. Сарҙаҡ, подвалдар, тимер юлы, парк, тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазиндар, күңел асыу урындары бүлеп алынған. Бер төркөм ҡарҙа тора алмай ятҡан ирҙе табып, яҡындағы кафела йылынырға ҡалдыра. Малайҙар ҙа иртәнге сәғәт биш тирәһендә табылды, тәүлек әйләнәһенә эшләгән бинала ултырғандар... Беҙҙе таң ҡалдырғаны шул булды: хеҙмәткәрҙәрҙең береһе лә бәләкәстәр тураһында бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгән.
Хөрмәтле өлкәндәр, әгәр ҙә һеҙ төндә урам ҡыҙҙырған йәки магазиндарға килеп ингән балаларҙы күрәһегеҙ икән, мотлаҡ беҙгә хәбәр итегеҙ, уларҙың бәләгә тарыуы мөмкин. Бәләкәстәрҙең береһе лә беҙгә сит түгел, битараф булмайыҡ! Ҡыҙыу линия телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52 йәиһә 112 номерына. Күмәк көс менән балаларҙың юғалыуына, бәлә-ҡазаға юлығыуына юл ҡуймайыҡ!" - тип белдерҙе ирекмәндәр.
Фото: vk.kom
Дина Арсланова
Читайте нас