Новости
17 Февраль 2020, 06:26

Пин-код өсөн саҡ быуып үлтермәгән

Район полицияһына Бүздәк ауылынан 64 йәшлек иргә һөжүм итеүҙәре тураһында хәбәр итәләр.

Хоҡуҡ һаҡсылары урынға сығып, хәлдең айышын асыҡлай.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ғәйепләнеүсе спиртлы эсемлек алып, зыян күреүсегә ҡунаҡҡа килә. Алкоголь бөткәс, ҡунаҡ, магазинға спиртлы эсемлек алырға барып килеү өсөн, хужанан банк картаһын һорай. Тегенеһе риза булмағас, буш шешә менән башына һуға. Иптәше тиҙ генә карточкаһын сығарып бирергә мәжбүр була. Тик пин-кодын һорағас, йәнә уны әйтеүҙән баш тарта. Быныһында инде ҡунаҡ йорт хужаһын салбар ҡайышы менән быуа башлай. Үҙ ғүмере өсөн ҡурҡҡан оло кеше һораған һандарҙы әйтә, ә һөжүм итеүсе сығып юҡ була. Әммә 43 йәшлек ир карточканы ҡулланып өлгөрмәй – уны полицияға алып киләләр. Әйткәндәй, ул элек хөкөм ителгән булған.
Фото: Яндекс.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Pin-kod-s-n-sa-biuip-lterm-g-n-124478/
Читайте нас