Новости
17 Февраль 2020, 09:35

Матур даталар дауам итә

Быйылғы февралдә нумерологтар өс матур датаны айырып билдәләй: 02.02.2020, 20.02.2020 һәм 22.02.2020.

Һандар донъяһын өйрәнеүсе белгестәр һәр һанға ниндәй ҙә булһа мәғәнә бирә, уның төрлө йәһәттән тәьҫирен аңлата. Мәҫәлән, “2” – улар фекеренсә, финанс йәһәттән уңыш килтереүсе һан.
Әлбиттә, һандарҙың ниндәйҙер тылсымына, тәьҫир көсөнә ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше. Әммә өйләнешкән йәш парҙар араһында никахын тап ошондай даталарҙа теркәтергә теләүселәр бермә-бер арта. Мәҫәлән, ундайҙар 20 февралдә лә күп кенә булмаҡсы. Ғинуар аҙағына, билдәле мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республика ЗАГС-тарына 20 февралдә никахын рәсми теркәтергә теләүселәрҙән 262 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 99-ы – Өфө ҡалаһынан. “20 февраль кесаҙнаға тура килә, әгәр ул йома йәки шәмбе булһа, ғаризалар тағы ла күберәк булыр ине”, - ти ЗАГС хеҙмәткәрҙәре.
Фото: ogniagideli.rbsmi.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Matur-datalar-dauam-it-124438/
Читайте нас