“Volkswagen Golf” һәм “Mercedes Benz” автомобилдәре ҡатнашлығындағы ҡурҡыныс аварияла тәүге машина водителенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итәләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.
“Ярҙам күрһәтеү өсөн урынға Һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте, медицина һәм полиция хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Ҡотҡарыусылар “Volkswagen Golf” машинаһының аккумуляторын һүндереп өлгөрҙө, юғиһә уның янып китеү ихтималлығы бар ине. Улар шулай уҡ һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу өсөн гидравлик инструмент ярҙамында һәләк булған водителде сығарҙы”, – тип хәбәр иткәндәр ведомствонан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
“15 февралдә тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2700-ҙән ашыу осрағы теркәлде, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 82 водитель туҡтатылды”, – тип хәбәр иткән республика буйынса ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов “Facebook”та.
Синоптиктар яҡын арала юлдарҙа боҙлауыҡ булыу ихтималлығын хәбәр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо ла йыш ҡына юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә сәбәпсе була. Шуны хәтерҙән сығармайыҡ: юлдар даими абайлыҡты, иғтибарлылыҡты, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 15 февралдә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, 13 кеше дауаханаға эләккән.
Фото республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.