Новости
17 Февраль 2020, 09:43

"Картаңды бир!"

Был хәл Бүздәктә булған. 43 йәшлек ир 63 йәшлек ауылдашына бер шешә араҡы тотоп килгән. Икәүләп эскәндәр.

Был ғына етмәгән ҡунаҡҡа: тағы магазинға барып килеү өсөн йорт хужаһынан банк картаһын таптыра башлаған. Әлбиттә, ир бирмәгән, бының өсөн уның башына буш шешә эләккән. Ҡурҡып, оло йәштәге кеше картаһын биргән, тик уның пин-кодын әйтеүҙән баш тартҡан. Бының өсөн ҡунаҡ уны үҙенең ҡайышы менән быуа башлаған. Ғәзиз ғүмере өсөн ҡото осҡан ир тиҙ генә кәрәкле һандарҙы әйтә һалған.
Ҡунаҡ өйҙән сығып һыҙған. Тик банк картаһын файҙаланып өлгөрмәгән - уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Әйткәндәй, был әҙәм ошоға тиклем дә хөкөм язаһына тарттырылған булған.
“Йәшел йылан” бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Быны ҡасан ныҡлы аңларбыҙ?
Фото: nkpravda.ru.
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Karta-di-bir-124110/
Читайте нас