Новости
17 Февраль 2020, 09:24

Иң шәп фотограф Башҡортостанға ниңә килә?

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙға данлыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе, донъяға билдәле фоторәссам, журналист Сергей Киврин киләсәк.

Ул 1955 йылда билдәле совет фотографы Владислав Киврин ғаиләһендә тыуған. 15 йәшендә ҡулына тәүге фотокамераһын алған. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған.
Сергей Киврин – бөгөн спорт темаһын яҡтыртҡан иң билдәле фотографтарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта ул булмышы менән фотожурналист булып ҡала һәм бер ваҡытта ла ҡыҙыҡлы сюжет янынан үтеп китмәй. Оҫтаның архивында ҡыҙыу нөктәләрҙән репортаждар, үҙенсәлекле портреттар, ҡала пейзаждары, реклама фотолары һәм, әлбиттә, спортҡа ҡағылышлы һүрәттәр бар. Сергей Киврин Олимпия уйындарын даими яҡтыртыуы менән лайыҡлы ғорурлана. Мәҫәлән, 2018 йылда Пхенчханда үткән Олимпиада фоторәссам өсөн 16-сы ошондай сара булған.
Һөнәр оҫтаһы үҙенең остазы тип Лев Бородулинды иҫәпләй. Мәғлүм булыуынса, һүҙ совет осороноң иң данлыҡлы, танылған фотографы хаҡында бара.

Сергей Киврин Associated Press, Reuters, France Press, Eastern Network агентлыҡтары, Los-Angeles Times, New York Times гәзиттәре, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. Төрлө халыҡ-ара конкурстар призеры, шул иҫәптән World Press Photo, Adidas-AIPS-Canon (Франция), Nikon (Япония) кеүек абруйлы бәйгеләрҙең.

Әлеге ваҡытта Сергей Киврин Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең башҡа алдынғы фото оҫталары менән берлектә урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән “Рәсәй урмандары” проектында ҡатнаша. Сара Өфөлә ойошторолған. Был халыҡ-ара фотоконкурстың маҡсаты – урманды һаҡлау проблемаһына йәмәғәтселектең, власть органдарының, эшҡыуарҙар даирәһенең иғтибарын йәлеп итеү.
Башҡортостанға килгән данлыҡлы фотографтар республиканың билдәле шәхестәрен, тәбиғәт, тарихи, архитектура, мәғариф, мәҙәниәт, сәнәғәт объекттарын төшөрәсәк. Йыл аҙағында фотоһүрәт оҫталарының эштәренән “Башҡортостан” тип аталған фотоальбом сығарыласаҡ.
Фото: static.tildacdn.com
Читайте нас