Бурҙарҙың артынан ҡыуа төшкән торлаҡ-эксплуатация идаралығы начальнигы һәм тракторсының мажараһын Орджоникидзе районының торлаҡ хужалығы директоры "Башҡортостан хәбәрҙәре"нә бәйән иткән. "Ушаков урамындағы 90/1-се йорт эргәһендәге контейнерҙарҙы "ГАЗель" машинаһына тейәп алып киттеләр!" - тип кемдер шылтыратҡас, начальник менән тракторсы билдәһеҙ тарафтарға юлланған уғрыларҙы эҙләргә сыға. Яҡындағы ихаталарҙы, тыҡрыҡтарҙы, тимер-томор йыйыусы пункттарҙы ҡыҙырғанда, бәхеткә күрә, уғрылар күҙгә ташлана. Уларҙың машинаһын ситкә ҡыҫырыҡлап туҡтаталар. Автомобиль эсендәге биш ир һәм бер ҡатын шыр иҫерек була. Полицейскийҙар килеп етеүгә тегеләр ҡасышып бөтә. Машина ғына контейнер тейәлгән көйө ултырып ҡала. Хәҙер уларҙы полиция эҙләй, ә тракторсы менән торлаҡ идаралығы начальнигын уяулыҡтары өсөн премия көтә. Фото: BashNews