Новости
17 Февраль 2020, 05:50

Дүрт йыл борсолоп көтәләр

Бына дүрт йыл инде эҙһеҙ юғалған туғандарын яҡындары борсолоп көтә.

Ошоғаса бер хәбәр ҙә ебәрмәгән 48 йәшлек ирҙең ҡайҙа булыуы мөмкин?
Ҡыйғы районынан Өфөгә эшкә тип юлланған Владимир Алексеев һыуға төшкәндәй юғала. Уның төҙөлөштә йөрөүе генә билдәле.
”Кеше энә түгел дә баһа юғалырға, - тип аптырай ирҙең яҡындары. - Беҙ нисә йыл инде үҙебеҙгә урын таба алмайбыҙ. Уның тураһында нимәлер билдәле булһа, хәбәр итһәгеҙ ине”.
Социаль селтәрҙә юғалған ирҙе эҙләү ойошторолған. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-922-735-50-70.
Фото шәхси архивтан.
Дина Арсланова
Читайте нас