Новости
14 Февраль 2020, 05:56

Ҡуштауҙы эшкәртеү мәсьәләләре буйынса эш төркөмө төҙөлә

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ғилми йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты. Сарала Ҡуштау шиханын сәнәғәт эшкәртеүенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡуштау сеймалын сода етештереү өсөн файҙаланыу тураһындағы ҡарар 2018 йылдың декабрендә ул саҡта вице-премьер вазифаһын биләгән Дмитрий Козак үткәргән Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә ҡабул ителгәйне.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Ҡуштауҙы эшкәртеүгә бәйле төрлө ғилми аспекттарҙы ҡараны, шихандың флора һәм фаунаһын максималь кимәлдә һаҡлау йәһәтенән тәҡдимдәрен еткерҙе, шулай уҡ сода етештереүҙе артабан тәрән модернизациялау кәрәклеге тураһында әйтелде.
"Һис шикһеҙ, мине, һеҙҙең кеүек үк, Ҡуштау темаһы бик борсой. Был йәһәттән үҙ фекеремде әйттем: Ҡуштау эшкәртеләсәк. Беҙгә ил өсөн стратегик етештереүҙе туҡтатырға һәм меңәрләгән кешене эшһеҙ ҡалдырырға һис кем рөхсәт тә итмәйәсәк, - тине Радий Хәбиров. – Мин яңыраҡ Юрий Шевчук менән осраштым. Беҙ уның менән был тема буйынса ла һөйләштек. Ул да битараф түгел, борсола. Ғалимдар менән осрашыуымды һораны. Мин диалог яҡлы, һәр ваҡыт һеҙҙең фекерҙе ишетергә, белергә теләйем. Шуға күрә был мәсьәлә буйынса эш төркөмө булдырырға тәҡдим итәм. Һеҙҙең һәр берегеҙгә уның составына инеү тәҡдиме менән хат ебәрәсәкмен. Әйҙәгеҙ, эштәр башланғансы, был хәлде тотороҡландырыу тураһында уйлайыҡ".
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, эш төркөмө ағзалары шиханды эшкәртеү проектын бик ентекләп өйрәнергә һәм эшмәкәрлекте мөмкин булғанса рациональ алып барыу, Ҡуштауҙың биологик үҙенсәлеген һаҡлау буйынса тәҡдимдәрен әҙерләргә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас