Бынан тыш, имбирле эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы бер имбир тамырын ҡырғыстан үткәреп, уға бер лимон һуты һәм 100 мл ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала. Имбир йүтәлгә лә яҡшы. Тәмәкесе йүтәле борсоғанда, унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә булышлыҡ етә.