Малайҙың олатаһы был хәл буйынса “Уфа1” баҫмаһы журналистары менән аралашҡан һәм үҙ фекерен белдергән. Ир баланы опекаға алырға йыйына икән.
- Мин беләм, ул төндө Ләйсән өйҙә булмаған. Ул өйҙәше менән күршеләренә эсергә киткән. Бала төндә уянған һәм әсәһен эҙләп сығып киткән. Ул колготки менән футболкала тышҡа сыҡҡан, ә унда ниндәй һалҡын. Ләйсәндең яуапһыҙ икәнлеген һәр ваҡыт белә инем, - ти баланың олатаһы Сәлих.
Уның улы Азат әле төрмәлә ултыра. Ир белдереүнсә, ул ике йыл ултырған, тағы бер йыл ҡалған.
- Рәсми рәүештә улар никахта булһа ла, Ләйсән хыянат итә, эсә. Уға балаһы кәрәкмәй. Минең улым менән ятаҡта йәшәгән саҡта ул улын әсәһенә ҡалдыра ла, эсергә китә ине, - ти ир.
Сәлих себерҙә эшләй, әгәр рөхсәт булһа ейәнен опекаға алырға йыйына.
- Табиптар баланы шәбәйер тип ышана. Уны Өфөгә алып киттеләр. Мин уның артабан әсәһе менән ҡалыуын теләмәйем, - ти олатаһы.
Әле баланың әсәһенә ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сабый шәбәйеп, аяҡҡа баҫыр тип ышанайыҡ.