Февралдә студент отрядтары көнөнә арналған төрлө сара үтә.
15 февраль “Динамо” һырғалағында күмәкләп тимераяҡта йөрөү планлаштырылған, башлана 16.00 сәғәттә.
17 февраль республиканың юғары уҡыу йорттарында – БДУ, БДАУ, БДПУ, ӨДАУ һәм Башҡорт кооператив институтында студенттар һәм боецтар өсөн осрашыуҙар, вакансиялар йәрминкәһе, “түңәрәк өҫтәл”дәр, уйындар, викториналар ойоштороласаҡ.
19 февраль “Торатау” Конгресс-холында төп сара уҙасаҡ.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/T-b-kt-R-s-y-student-otryadtari-k-n-bild-l-n-121104/