Новости
14 Февраль 2020, 06:02

"Шаяртҡайным..."

Стәрлетамаҡ ҡалаһының полиция бүлегенә Интернационалистар урамындағы күп фатирлы йорт подвалында ҡурҡыныс предмет табылғаны тураһында шылтыратып хәбәр итәләр.

Оператив-тәфтиш төркөмө шунда уҡ урынға йүнәлә, махсус хеҙмәттәр ҙә иҫкәртелә.
Тикшереүҙәр асыҡлауынса, полицияға ошо йортта йәшәгән иҫерек ир шылтыратҡан икән.
“Эҙләү-тикшереү саралары ваҡытында бер ни ҙә табылманы. “Шаярып” шылтыратҡан 54 йәшлек ир ҡулға алынды. Уға ҡарата “Террорлыҡ акты тураһында ялған хәбәр еткереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды”, - тип хәбәр итәләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлексәһенән.
Әйткәндәй, бындай “шаярыу” ғәйепләнеүсегә, Рәсәй Енәйәт кодексының 207-се статьяһына ярашлы, 500 мең һумға төшөүе ихтимал, уның хатта биш йылға рәшәткә артына ла оҙатылыуы бар.
Фото: vecherka74.ru
Автор: Римма Султанова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Shayart-aynim-120698/
Читайте нас