Эш шунда: туғыҙ ҡатлы йортта йәшәүселәр өсөн автомобиль ҡуйыу урынының булмауы ҙур проблема һанала. Быйыл улар ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.
Кешеләр “Беҙгә парковка кәрәк!”, “Беҙгә киң юлдар кәрәк!” тигән саҡырыуҙар тотоп сыҡҡан. Ә шаманға мөрәжәғәт итеү – үҙ проекттарына иғтибарҙы көсәйтергә теләүҙән килеп тыуған ҡыҙыҡлы идея, ти әүҙемселәр. Шаман ҡатын уларҙың теләге буйынса “йола” атҡарып, юғары көстәргә мөрәжәғәт иткән.
Шаман ярҙам итерме-юҡмы, әммә халыҡтың әүҙемлеге, берҙәмлеге, йәшәгән ерен яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итергә, был эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышыуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Ағиҙел ҡалаһы – төҙөкләндереү программаларында элек-электән әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе. Мәҫәлән, быйыл бында Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 11 проект тәҡдим ителгән.
Фото: “Огни Агидели” гәзите.