Новости
14 Февраль 2020, 06:18

Салауат Хәмиҙуллин ниңә беҙҙе тынысландыра?

Һуңғы осорҙа билдәле ғалим, тарихсы, публицист һәм тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллинды Башҡортостан юлдаш телеканалынан эштән бушатыуҙары тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө.

Ул “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында фән һәм журналистика мөхитендә ығы-зығы тыуҙырырлыҡ хәл булыуын кире ҡаҡты, шулай уҡ артабанғы ижади һәм фәнни пландары менән бүлеште.
“Бөгөн мин республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осраштым, - тине Салауат Хәмиҙуллин. - Беҙ үҙебеҙҙең тарихи шәхестәрҙе, яңы тарихтың геройҙарын, үткәнебеҙҙең байлығын популярлаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ, улар тирәләй йәмғиәтте берләштерә алыр инек, мәҫәлән, генерал Миңлеғәле Шайморатовты алайыҡ. Миңә был мәсьәләләр менән журналист статусында шөғөлләнеү тығыҙыраҡ, шуға күрә улар менән яңы фәнни статуста эшләйәсәкмен.
Үҙемдең яңы эшем тураһында һуңыраҡ хәбәр итермен. Республика етәксеһе минең алға ҡоласлы бурыстар ҡуйҙы. Шуның менән бергә аудиториямды тынысландырырға теләйем, минең “Тарихи шаршамбы” тапшырыуым үҙемдең ҡатнашлығымда киләсәктә лә Башҡортостан юлдаш телеканалында сығасаҡ”.
Фото: ”Башинформ”
Читайте нас