Быйыл 17 февралдән 31 майға тиклем барлыҡ почта бүлексәләрендә сканерлау һәм проекттың рәсми сайтына күсереү өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фотолары ҡабул ителә. Фотоһүрәттәр, өҫтәмә һаҡлыҡ сараларын үтәп, төбәктәге федераль почта элемтәһе идаралығына тапшырыла, артабан улар берҙәм мәғлүмәттәр базаһына индерелә. Иң төпкөл ауылдарҙа ла почта бүлексәләре эшләй, шуға күрә проектҡа һәр кем ҡушыла ала.
Әйткәндәй, бүлексәләрҙә шулай уҡ QR кодын күрһәтеп, проект тураһындағы мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу күҙаллана. Ул сайттың сәхифәһенә инергә һәм фотоны мәғлүмәттәр базаһына күсерергә ярҙам итәсәк.