Новости
14 Февраль 2020, 06:13

Помидорҙы 12 сәғәттә ҡыҙарталар

Сауҙа кәштәләрендәге помидор баҙрап ятһа ла, йыш ҡына уның тәме булмай. Был нилектән шулай һуң?

Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттә, һатырға тигән помидорҙы йәшел килеш йыялар һәм этилен газы менән эшкәртәләр. Был газ йәшел помидорҙы 12 сәғәттә ҡыҙарта ала. Һөҙөмтәлә помидор төҫөн үҙгәртһә лә, үҙе өлгөрөп етмәй.

Йәшел килеш йыйылып, үҙе ҡыҙарып еткәне күпкә тәмлерәк. Быны еҫкәп ҡарап белергә мөмкин. Газ менән ҡыҙартылған помидорҙың еҫе булмай, ысын томатты шунда уҡ айырып була.

Әйткәндәй, помидорҙы 12 градустан түбәнерәк температурала һаҡламағыҙ. Һыуытҡыста торғанының тәме үҙгәрә. Томат ҡараңғы бүлмә температураһында яҡшыраҡ һаҡлана, тәмлерәк була.

Фото:fruktov.pro

Читайте нас