Асыҡланыуынса, Ханты-Манси автономиялы округында полиция органдарында эшләгән яҡташыбыҙ өс хоҡуҡ һаҡсыһы һәм шик аҫтындағы ике ир менән "УАЗ" автомобилендә Нефтеюганск ҡалаһына китеп барғандар. "Сорғот-Нижневартовск" автомобиль юлының 79-сы километрында автозак ҡаршы килгән "MAN" йөк автомобиле менән бәрелешә. Бәрелешеү шул тиклем ҡаты була, хатта "УАЗ" автомобиле юлдан оса, ә "ГАЗ" йөк автомобиле иһә Scania менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә, автозак водителе менән бер пассажир урында уҡ йән бирә. Уларҙың икеһенең дә полиция органдарында эшләүе асыҡланған. Үкенесле, һәләк булғандарҙың береһе Башҡортостандан. "УАЗ" автомобилендәге дүрт пассажир ҙа төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта урындағы юл полицияһы юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эше алып бара, сәбәптәре асыҡлана.