

- Ысынмы? – Эргәһендә ултырғаны, әхирәте булдымы икән, хафаланып һораны. – Һуңғы тапҡыр ҡасан һөйләштегеҙ һуң?
- Кисә кис!
- Ҡайһылай оҙаҡ ваҡыт үткән!
Ул арала ҡатындың ҡулындағы телефоны “Был бәпесең, был бәпесең” тигән матур йыр һуҙҙы.
Бөгөн нисек йоҡланың? Әбижәйт итмәйҙәрме? Бая ла телефоныңды һүндерҙең дә ҡуйҙың. Өшөмәйһеңме, ас йөрөмәйһеңме? Әй, онотоп торам, шиколад нисек булды, оҡшанымы? Ярай улай булһа… Ә вафли, хәлүә? Һин улай иптәштәреңә бик муллама инде. Теләһә кемгә таратып бөтмә, үҙең генә аҙлап аша. Бында ҡырҡ ата балаһын туйҙырып ятырға Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
Ярай, бәпесем, матур ғына йөрө инде. Күп ҡалманы инде, күбенә түҙгәс, аҙына түҙерһең. Тағы посылка һалайыммы? Нимә һалайым? Кәнфит тиһеңме? Ә-ә-ә, иҫемә төштө, һин бит сникерсты ныҡ ярата торғайның. Уныһын да һалырмын, йәме, бәпесем, тик һин матур ғына йөрө инде. Шылтыратып тор.
Ярай, бәпесем, тиҙҙән атайың менән яныңа барырбыҙ. Үбәм, үҙеңде ҡайтҡас, ҡоймаҡ ҡойоп, бәлеш бешереп кенә һыйлармын. Ҡара уны ҡалын кейенеп йөрө, ҡайтҡас, ҡолағыңды борормон, юғиһә…
Шул урында, күрәһең, бәйләнеш өҙөлдө. Ҡатын асырғанып “алло, алло” тине лә телефон төймәләренә баҫҡыланы.
- Юҡ, алмай. Хоҙайым, Аллаҡайым, кеше менән һөйләшергә форсат та бирмәйҙәр, әҙәм түгелдәрҙер, йөрәктәре юҡтыр, - тип кемделер әрләп тә алды. Унан йөрәк тәңгәлен тотоп, йәнә бер нисә дарыу төймәһен ҡапты.
- Бәпесең балниста ятамы әллә? – тип һораным унан.
- Юҡсы, армияла хеҙмәт итә. – Ул миңә сәйер генә ҡараш ташланы. – Илде һаҡлай. Бына һеҙҙең кеүектәр тыныс йоҡлаһын өсөн!