Новости
14 Февраль 2020, 06:03

Их, тәмлелеге!

Киске табынға ла йыйылыр мәл етте. Ниҙәр бешерәһегеҙ, дуҫтар? Ә беҙҙә - телеңде йоторлоҡ тауыҡ ите! Уның рецебы менән уртаҡлашабыҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн ҙур тауыҡ, ике-өс болгар боросо, өс һуған, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер сәй ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, көнбағыш майы, йәшел һуған кәрәк.
Тәүҙә тауыҡты киҫәктәргә бүлеп, тоҙлап, борослап һауытҡа һалабыҙ. Киҫелгән һуған, борос киҫәктәре ҡушабыҙ. Ҡаймаҡ, гәрсис өҫтәп, 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Артабан майланған формаға теҙәбеҙ. 180 градуслы мейестә 30-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Әҙер ризыҡҡа йәшел һуған һибеп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: 12sotok.spb.ru
Читайте нас