Новости
14 Февраль 2020, 06:23

Дауахананың мөмкинлектәре киң

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды.

Ул үҙәк һәм перифериялы нервы системаһы, хәрәкәт-таяныу аппараты сирҙәренә дусар пациенттарҙы медицина реабилитациялауы бүлектәренең эше менән танышты, табиптарҙың кабинеттарын, һыу-ләм менән дауаланыу мөмкинлектәрен ҡараны.
Йыл һайын медицина учреждениеһында ике меңгә яҡын кеше реабилитация үтә. Уларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн дауаханала бихисап алымдар ҡулланыла. Дауалау физкультураһы, физиотерапия, рефлексотерапия, транскраниаль магнит стимуляциялау, операцияһыҙ декомпрессия һәм башҡа заманса ысулдар – ошо иҫәптә.
Фото: like.doctor
Читайте нас