Новости
14 Февраль 2020, 05:55

Барыһы ла һөйөү хаҡына...

Өфө егете һөйгән ҡыҙының йөрәген яулау өсөн күп ҡатлы йорттоң диуарына һүрәт төшөргән.

Ufa1.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта уларҙың мөнәсәбәттәре бик яҡшынан түгел. Шуға күрә хәлде нисек тә яйға һалыу, ҡыҙ йөрәгендәге “боҙҙо иретеү” маҡсатында егет ошо аҙымға барырға булған.
Был эштә уға Өфө рәссамы Олег Кайбышев һәм таныш альпинист егет ярҙам иткән. Мөхәббәт сәләмен ижад итеүгә өс көн ваҡыт киткән. Ә унан алда ғашиҡ егет йортта йәшәүселәрҙән ризалыҡ, йорт ҡыйығына менеү, бейеклектә эшләү өсөн рөхсәт алыу кеүек мәшәҡәттәрҙе хәл иткән.
Һөйгән ҡыҙы уның тырышлығын, ныҡышмалылығын дөрөҫ баһалар тип ышанайыҡ.
Фото: Ufa1.ru
Читайте нас