Шулай итеп, Рәсәйҙә тәүлектең 13:00 – 15:00 һәм 19:00 – 09:00 сәғәттәрендә тауышланыуҙы тыйырға йыйыналар. Шулай уҡ, был ҡағиҙә ял һәм байрам көндәренә лә ҡағыласаҡ.
Был нормативтарҙы боҙған өсөн физик шәхестәргә – 500-ҙән 3 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 20 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға 10 меңдән 25 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем административ штраф янаясаҡ.
Төҙәтмәләрҙең маҡсаты – балалы ғаиләләрҙең тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау. Депутаттар фекеренсә, киҫкен тауыштар балаларҙың психик үҫешенә кире йоғонто яһай. Унан тыш, төшкө йоҡо балалар өсөн файҙалы, ә мәңге ремонт менән булышҡан, дрель кеүек ҡоралдар менән эшләгән йә иһә ҡысҡыртып музыка тыңлаған, күңел асҡан күршеләр быға ҡамасаулай. Әйткәндәй, яңылыҡ йыл ярым ваҡыттан алда сафҡа индерелгән объекттарға ғына ҡағыла. Ябайлаштырып әйткәндә, фәҡәт яңы йорттарҙа тыныс күңел менән ремонт эшләргә, әйберҙәр ташырға мөмкин.