Новости
14 Февраль 2020, 08:36

16 йылдан һуң табылған!

Томск ҡалаһында һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән 22 йәшлек Юля Семенова урамға көнбағыш һатып алырға сығып киткән ерҙән юғала. Ата-әсәһе эҙләү иғлан итһә лә, таба алмайҙар. Хатта билдәһеҙ мәйетте танырға ике мәртәбә мәйетханаға ла барырға тура килә.Ошо көндәрҙә «Юғалған балаларҙы эҙләү» ойошмаһы социаль селтәрҙә Юляға оҡшаған ҡыҙҙың табылыуы тураһында хәбәр итә. Юғалған бала ошоғаса 16 йыл буйына Красноярск ҡалаһындағы ябыҡ типтағы психоневрология интернатында йәшәгән булып сыға. Хәҙер уға 36 йәш. Ауыр һөйләшкәс, исеменән башҡа бер нәмә лә әйтә белмәгән Юляны Неизвестная фамилияһы менән йөрөткәндәр.Туғандарының әйтеүенсә, ул үҙен ҡарай алмай. Быға ғаиләлә кеше менән аралашып үҫмәүе лә сәбәпсе.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙының табылыу ҡыуанысын әсәһенә күрергә насип булмаған: ул ике йыл элек вафат булған.Сығанаҡ һәм фото: Комсомольская правдаЯңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙинаhttps://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/16-yildan-u-tabil-an-121037/

Томск ҡалаһында һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән 22 йәшлек Юля Семенова урамға көнбағыш һатып алырға сығып киткән ерҙән юғала.
Ата-әсәһе эҙләү иғлан итһә лә, таба алмайҙар. Хатта билдәһеҙ мәйетте танырға ике мәртәбә мәйетханаға ла барырға тура килә.
Ошо көндәрҙә «Юғалған балаларҙы эҙләү» ойошмаһы социаль селтәрҙә Юляға оҡшаған ҡыҙҙың табылыуы тураһында хәбәр итә. Юғалған бала ошоғаса 16 йыл буйына Красноярск ҡалаһындағы ябыҡ типтағы психоневрология интернатында йәшәгән булып сыға. Хәҙер уға 36 йәш. Ауыр һөйләшкәс, исеменән башҡа бер нәмә лә әйтә белмәгән Юляны Неизвестная фамилияһы менән йөрөткәндәр.
Туғандарының әйтеүенсә, ул үҙен ҡарай алмай. Быға ғаиләлә кеше менән аралашып үҫмәүе лә сәбәпсе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙының табылыу ҡыуанысын әсәһенә күрергә насип булмаған: ул ике йыл элек вафат булған.
Сығанаҡ һәм фото: Комсомольская правда
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/16-yildan-u-tabil-an-121037/
Читайте нас