Гөлсәсәк Хәлитова иренән айырылып, Ҡырмыҫҡалынан Өфөгә яңы тормош башлайым тип күсенгән була. Черниковкала ятаҡҡа урынлашып, ҡыҙҙары менән шунда йәшәп алып китә, "Колхоз баҙары"на һатыусы булып эшкә урынлаша, ҡабаттан кейәүгә сыҡмай. Ҡыҙҙар хәтерләүенсә, атайҙарынан бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәгәс, ҡәҙерлеләренә көноҙоно - иртә таңдан кискә хәтлем эшләргә тура килгән.
Иң оло ҡыҙ әсәйҙәре юғалыу тураһында биш йыл элек Ҡырмыҫҡалылағы полиция бүлегенә ғариза яҙып һалған. Унан хәбәр итеүҙәренсә, полиция кешеләрҙән һораштырып, эҙләп ҡараған, тик осона сыға алмаған, ҡатын һаман эҙләүҙә тора.
- Хәҙер әсәйебеҙгә 50 йәш инде, ниндәйерәк икән ул? Беҙҙең хәтерҙә ул һаман йәш, матур, ҡалын ҡара сәсле, алсаҡ йөҙлө, - ти ҡыҙҙар.
Юғалыуына шул хәтлем йылдар үтһә лә, ҡыҙҙар һәм тағы ике ейәнсәре һаман уның табылырына ышана, иҫән-һау күрергә өмөтләнә.