Тиҙҙән федераль каналдарҙың береһендә популяр шоу башланасаҡ. Унда тиҫтәләгән ҡыҙ төп герой - бай ир-аттың йөрәген яулап алырға тырышасаҡ. Билдәле булыуынса, бер "ҡыҙ" - Өфө ҡалаһынан Зәки Мусин.
Ул үҙенсәлекле егет, үҙен ике енескә лә ҡарай, тип иҫәпләй. Ундайҙарҙы "гендерквир" тип йөрөтәләр. Һуңғы йылдарҙа Зәки үҙен ҡатын-ҡыҙ, тип хис итә. Тик ысын енесен үҙгәртергә йыйынмай.
Тапшырыу продюсерҙары һәр сығарылышта ниндәйҙер сюрприз әҙерләргә тырыша. Был юлы тамашасылар өсөн Зәки Мусин ғәҙәти булмаған күренеш, эпатаж буласаҡ, күрәһең.
Әлеге шоуҙың кастингына йырсы Анжелика Якусеваның да барғаны булған, баҡһаң. Зәки менән улар дуҫтар икән. Бәлки, "Холостяк" тапшырыуына барып, ил буйынса пиар яһарға уға тап Анжелика кәңәш иткәндер?
Фото: социаль селтәрҙәр.