Новости
13 Февраль 2020, 05:56

Сәбәбе ниҙә?

Өфөләге Сипайлово биҫтәһендә бер ҡатын урам буйлап китеп барғанда ҡапыл йығылып, ғүмере өҙөлгән.

Ҡатын баш ҡаланың Рыльский урамы буйлап китеп барған. Шаһиттар билдәләүенсә, уның мәйете сүп-сар һауыттарынан йыраҡ түгел урында табылған.
Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, урынға участка полицейскийы килгән һәм үлемде теркәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ҡатын "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк йән биргән.
Йәйәүленең һәләк булыу сәбәптәрен криминалистар асыҡлаясаҡ. Әлеге фаразлауҙар буйынса, ҡатындың тромбы өҙөлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле фажиғәле хәлдәр йыш теркәлә. Мәҫәлән, инсульт кисергәндәр ҙә күп. Нейрохирургтар әйтеүенсә, инсульт кисергәндәргә өс сәғәт эсендә ярҙам күрһәтеп өлгөрөп була. Тик бының өсөн уны асыҡлай белеү ҙә мөһим. Өҫтәүенә ошо ваҡыт эсендә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Ни булһа ла, сәләмәтлегебеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булайыҡ. Әгәр һаулыҡ менән бәйле ниндәйҙер проблемалар килеп сыға икән, мотлаҡ табипҡа күренеү мөһим.
Фото: svoboda.org.
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/S-b-be-ni-119261/
Читайте нас