Һигеҙенсе класс уҡыусыһы төбәк етәксеһенең кабинетын үҙ күҙҙәре менән күреү теләге менән янған. Бөгөн ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты.
Радий Хәбиров уға үҙенең эш кабинетын күрһәтте, көн тәртибе тураһында һөйләне. Республика етәксеһе Еленаға Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабын һәм халыҡ оҫталарының ҡул эштәрен бүләк итте, ҡыҙға уҡыуында уңыштар, сәләмәтлек теләне.
"Миңә барыһынан да бигерәк китаптар тупланған мөйөш оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Елена. - Беҙҙең илебеҙ, республикабыҙ тураһында баҫмалар шундай күп. Ә мин республика Башлығының кабинетында ҡәтғиерәк мөхиттер итеп күҙ алдына килтергәйнем".
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың баш ҡалаһында киң ҡоласлы флешмоб 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем үткәрелде. Балалар теләктәрен ҡағыҙға яҙып, 305 метр оҙонлоғондағы сылбырға йәбештерҙе. Алты меңгә яҡын теләктең өсәүһен почетлы ҡунаҡтар осраҡлы рәүештә һайлап алды. Елена Казанцеваның теләген республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова үтәргә вәғәҙә итте.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.