Новости
13 Февраль 2020, 09:34

Радий Хәбиров "ҡанатлы" һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн тағы юлда. Эш сәфәре менән ул Әлшәй районына юлланды.

Республика етәксеһе Ким, Шафран, Раевка ауылдарында булып, төрлө социаль әһәмиәттәге объектҡа ла, хужалыҡ һәм предприятиеға инеп сыҡты.
Юл ыңғай Радий Хәбиров бер нәмәгә иғтибар иткән һәм үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов менән Башҡортостанды донъя туристарына танытыу буйынса әүҙем эшләгән Артур Иҙелбаевҡа төбәп, бына нимә тип яҙып ҡуйған:
"...вот о чем я говорю на всех совещаниях по развитию туризма Башкортостана. Такие красивые и современные кемпинги с хорошей кухней, комфортными гостиничными номерами и чистыми туалетами должны быть вдоль всех дорог нашей республики. А ваша задача самым скорейшем образом представить мне предложения, как помочь таким предпринимателям... И тогда, как сказал классик, "к нам потянутся люди".
Классик әйткәнме, халыҡ аҡылымы, беҙгә тартылһындар, килһендәр, күрһендәр һәм белһендәр өсөн күп кәрәкмәй. Бары тик теләк һәм тырышлыҡ талап ителә. Ошо ике нәмә булһа, күп ишектәр асылалыр...
Тимәк, әгәр теләһәк, булдырабыҙ. Ҡунаҡтарға, туристарға, юлсыларға уңайлы мөхит тыуҙырыусылар бар ул, бар. Уларға ярҙам ғына кәрәк...
Фото: vk.com Радий Хәбировтың сәхифәһенән.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-klassik---ren-i-k-t-sh-r-119210/
Читайте нас