Новости
13 Февраль 2020, 06:07

Ғүмер буйы “ҙур бала”

Ихлас, ябай, бер ҡатлы. Мин әйткәнде тыңлап тора. Эй, аҡыллы ла инде...

Таныш-белештәрегеҙ инде үҙе әсәй, атай, булырлыҡ йәшкә еткән балаһын шулай маҡтағанын ишеткәнегеҙ барҙыр. Әммә ысынбарлыҡта былар яҡшы сифаттармы һуң? Психологтар фекеренсә, бер ҡатлылыҡ ул инфантилизм сағылышы икән. Йәғни кешенең үҫеп етә алмауы, үҙен бала-саға һымаҡ тотоуы. Һуңғы йылдарҙа инфанттар һаны бермә-бер артҡан тип саң һуға психологтар. Һәм был, күп осраҡта, атай-әсәйҙәрҙең дөрөҫ тәрбиә бирмәү һөҙөмтәһе.
Инфантилизм – кешенең үҙаллы тормошҡа әҙер булмауы, ти белгестәр. Йәғни уның үҙ фекере, принциптары булмай. Инфант мәктәптә яҡшы уҡырға, хатта юғары аң үҫешенә лә эйә булырға мөмкин. Әммә тормош итеү өсөн белем генә етмәй, күрәһең.
Инфантилизм кесе йәштә асыҡ сағылмай, бала мәктәп йәки үҫмерлек осорона еткәс, һиҙелә башлай. Бала уҡыуҙан бигерәк компьютер уйындарын өҫтөн ҡуйһа һәм үҙ хыялдары эсендә йәшәһә, был – инфантилизм сағылышы. Әммә иң ҡурҡынысы шунда – күпмелер ваҡыттан һуң кеше менән аралашыу ҙа бала өсөн проблемаға әйләнергә мөмкин.
Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ 30 йәшкә еткәс тә һеҙҙең менән йәшәүҙе хуп күрһә, был – уның үҙаллы тормоштан ҡурҡыуына дәлил.
Ҙур бала” хеҙмәттәштәрен дә ҡыуандырмай. Үҙең яҡшы яҡтан күрһәтер урынға, йыш-йыш эш урынын алмаштыра. Ир-аттар араһында “ҙур бала”лар йышыраҡ осрай икән. Быға килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – баланың үҙ иркен сикләү, проблемаларын үҙең хәл итергә тырышыу, ти белгестәр.
Фото:sm-news.ru
Читайте нас