Новости
13 Февраля 2020, 06:02

“Квитанциялағы хаҡтың кинәт артыуын кеше аңламай”

Башҡортостан парламентарийҙары Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләр рәүешендәге федераль закон проектын әҙерләне.

Төҙәтмәләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты иҫәпләү тәртибен боҙған өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың административ яуаплылығын күҙаллай. Закон проектында билдәләнеүенсә, яуаплылыҡ ошондай ойошмалар менән күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре араһында туранан-тура төҙөлгән килешеүҙәргә лә ҡағыласаҡ. Һүҙ йылылыҡ ҡына түгел, электр, газ, һалҡын һәм эҫе һыу өсөн түләү тураһында ла бара.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, халыҡтан хаҡты иҫәпләү тәртибен боҙоуға бәйле мөрәжәғәттәр бик күп килә.
– Квитанциялағы хаҡтың кинәт һәм байтаҡҡа артыуын кеше аңламай. Әле иһә энергия менән тәьмин итеүселәрҙе бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралмаған. Тикшереү саралары һөҙөмтәһе буйынса ниндәй ҙә булһа сара күреү мөмкинлеге юҡ. Закон проектын ҡабул итеү ошо өлкәлә тәртип булдырыуға, түләүҙәрҙең асыҡлығына, граждандарҙың хоҡуғын яҡлауға булышлыҡ итәсәк, дәүләт торлаҡ инспекцияһы органдарына, етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта, протокол төҙөп, штраф һалыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине спикер.
Фото: bash.news
Читайте нас