Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ысынлап та, төндә 21-се дауахананың ҡабул итеү бүлегенә Ҡытайҙан ҡайтҡан, үҙен насар тойған кешене килтергәндәр. Ул коронавирус инфекцияһын йоҡтороу йәһәтенән шик аҫтына алынған.
Ошоға бәйле, дауаханала раҫланған алгоритмға ярашлы, барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелгән. Белгестәрҙең башҡа пациенттарҙы ҡабул итеүе һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү поликлиника бинаһында ойошторолған. Баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам станцияһы” менән берлектә кисекмәҫтән медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителгән пациенттар ҡаланың башҡа медицина учреждениеларына йүнәлтелгән.
Шикле пациентты тикшергәндән һуң, уны баш ҡалалағы инфекция дауаханаһына күсергәндәр. Унда сирләүсене даими күҙәтәсәктәр, аныҡ диагнозын асыҡлаясаҡтар.
21-се клиник дауаханала иһә, Дезинфекция үҙәге менән берлектә учреждениены дезинфекциялау саралары күрелгәндән һуң, пациенттарҙы ҡабул итеү 12 февралдә, төнгө сәғәт 3-тә яңыртылған.
Был осраҡта баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, килеп тыуған хәлгә бәйле, дөрөҫ һәм тиҙ саралар күреүен билдәләү фарыз, тип белдереләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: opt-930389.ssl.1c-bitrix-cdn.ru