Новости
13 Февраля 2020, 09:26

Китеп барған ерҙән ҡола ла үл инде...

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәш ҡатындың үлеме теркәлгән.

Рыльский урамында китеп барған ҡатын, көтмәгәндә ҡолап китә. Шаһиттар “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Әммә ул килеп еткәнсе ҡатын йән бирә. Ваҡиға урынына килеп еткән полицейский ҡатындың үлемен теркәгән.
Әле криминалистар йәйәүленең үлеменең сәбәбен асыҡлай. Фажиғәгә тромб өҙөлөүе лә сәбәпсе булыуы инҡар ителмәй.
Фото: Яндекс.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Kitep-bar-an-er-n-ola-la-l-inde-119660/
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас