Новости
13 Февраль 2020, 05:58

Көрттә туңған сабыйҙың хәле нисек?

Кисә 25 градуслыҡ һалҡында тышта ятып өшөгән малайҙың хәле тураһында билдәле булды. Был хәл Мәләүез районының Нөгөш ауылында 10 февралгә ҡарай төндө булғайны.

Сабый төн уртаһында уянып китә һәм әсәһен тапмай колготки менән футболкала килеш тышҡа сыға. Уның илағанын күршеләре ишетеп ҡала һәм табиптар менән полицияға хәбәр итә. Ә әсәһе был ваҡытта күршеләрендә эсеп йөрөгән, тиҙәр...
Сабыйҙы ауыр хәлдә Мәләүез районының үҙәк дауаханаһына алып баралар, ул комаға киткән була. Яһалма тын алдырыу аппаратында тотҡандан һуң сабый аңына килә һәм хәле бер аҙ тотороҡланғас, уны Өфөгә дауаханаға күсерәләр.
Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан баланың әлеге хәле тураһында хәбәр иттеләр.
– Баланың хәле ауыр, тик тотороҡло тип баһалана, – тинеләр ведомствола. – Кисә уны Мәләүездән республика балалар клиник дауаханаһына күсерҙеләр.
Райондан белдереүҙәренсә, был ғаилә иҫәптә тормаған. Улар әйтеүенсә, әсә кеше йоҡлап ятҡан, һәм уянып китеп улын таба алмаған. Аҙаҡ уны тыштан табып алған.
Икенсе фараз буйынса, әсә был ваҡытта күршеһендә эсеп йөрөгән һәм балаһы тураһында онотҡан. Ысынбарлыҡта хәл нисектер, тәфтишселәр асыҡлаясаҡ. Әле уға ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ә сабыйға һауығып, үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөүен теләйек!
Фото: Бәйләнештә.
Читайте нас