Новости
13 Февраль 2020, 05:48

"ГАЗ төркөмө" нисек эшләй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә "ГАЗ төркөмө" сығарған автобустарҙы, шул иҫәптән реанимобиль, мәктәп автобусы, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус транспорттарҙы, бер нисә пассажир автобусын ҡараны.

Техника паркы менән ентекләп танышҡас, республика етәксеһе был автомобилдәрҙе тест режимында файҙаланыуҙы ойошторорға ҡушты. Был эштең һөҙөмтәһендә транспорттың төбәктәге киләсәге хәл ителәсәк.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас