Новости
13 Февраль 2020, 06:03

Ете миллион һумды ҡайҙан алғанын “онотҡан”

Башҡортостан Юғары суды Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлк һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы урынбаҫарынан һәм уның ҡатынынан дәүләт файҙаһына ете миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡайтартты. Сөнки улар был тиклем аҡсаның законлы рәүештә алынғанын иҫбатлай алмаған.

Был хаҡта республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Полиция подполковнигы 2012 - 2017 йылдарҙа ике фатир һәм ике сит ил автомобиле һатып ала. Ҡырмыҫҡалы районында 275 квадрат метр майҙан тәшкил иткән йорт һала. Мөлкәттең ҡиммәте уның рәсми килеменән байтаҡҡа ҙур булыуы асыҡлана. Полицейский пенсионер атаһынан аҡса алып тороуына япһарырға тырыша..
Республика прокуратураһы полицейскийҙың сығымдарына контроль процедураһын үткәргәндән һуң эште судҡа бирә. Суд 4 миллион 750 мең һумлыҡ фатир һәм 2,б миллион һумлыҡ мөлкәт аҡсаһын дәүләт файҙаһына тартып алырға ҡарар итә, сөнки был милекте һатып алыуҙың законлылығы иҫбатланмаған. Билдәле булыуынса, тикшереүҙән һуң полицейский эшенән киткән.
Фото:Bash.News
Читайте нас