Новости
13 Февраля 2020, 05:59

Дуҫының енәйәтен йәшерәм тип...

Башҡортостанда бер полицейский икенсе бер иҫерек полицейский ҡатнашлығындағы аварияны йәшереп ҡалдырырға маташҡан, тик уйҙары барып сыҡмаған. Был ҡылыҡтары өсөн улар икеһе лә хеҙмәттәренән бушатылды.

Иглин районы буйынса ЮХХДИ инспекторы, "Хеҙмәтендә ялғанлау" статьяһы буйынса ғәйепләнеп, суд ҡаршыһына баҫты, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Рәсәй тәфтиш комитеты.
Эш материалдарынан күренеүенсә, 2018 йылдың ғинуарында арыу ғына "ҡырын тейәгән" полицейский үҙ машинаһында китеп барғанда аварияға тарый - кюветҡа бәрелә һәм шул урында уҡ руль артында йоҡлап китә. Быны күргән кешеләр ЮХХДИ-ға шылтырата. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килеп еткән инспектор, хеҙмәттәшен административ яуаплылыҡтан һәм эшенән ҡыуылыуҙан ҡотҡарыр өсөн, ваҡиға урынына икенсе берәүҙе - айыҡ водителде саҡырырға рөхсәт итә. Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға күндереп, протокол да шул ялған кеше исеменә төҙөлә. Әммә уныһы енәйәт ҡылыуын аңлап, тикшереү мәлендә дөрөҫөн һөйләп бирә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғәйепле полицейский үҙ ғәйебен танымаған. Ике инспектор ҙа кире һөҙөмтәләр менән эшенән ҡыуылған. Суд ғәйеплене бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған.

Фото: amic.ru
Читайте нас